Йылдың тәүге эш аҙнаһында Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев депутаттар менән кәңәшмә уҙғарҙы. Көн тәртибенә парламенттың яҙғы сессияға эш планы сығарылды. Депутаттар ҡарамағына 65-кә яҡын закон проекты тәҡдим ителде. Уларҙы яҙғы сессия дауамында ҡарау күҙаллана.
Бынан тыш, алдағы ярты йылда төбәк һәм федераль ведомстволар, хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре ҡатнашлығында парламент тыңлауҙары ла үтәсәк. Яҙғы сессия пландары Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһе программаһы менән тығыҙ бәйле. Уны эстәлеге махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү, иҡтисадты үҫтереү, социаль йүнәлештә яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыуға арналған.



