Башҡортостан колледждарында 2 мең өҫтәмә бюджет урындар барлыҡҡа киләсәк


Улар башлыса иҡтисадтың өҫтөнлөклө йүнәлештәренә эшсе һәнәрҙәр әҙерләүгә тәғәйенләнә. Был турала Радий Хәбиров урта һөнәри белем биреү буйынса республика советы ултырышында белдерҙе.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, юғары квалификациялы, көнәркәшлеккә ҡаршы тора алырлыҡ кадрҙар әҙерләү һөнәри белем биреү системаһы алдында торған төп бурыс. Ил Президенты 2028 йылға тиклем миллион юғары әҙерлекле белгес әҙерләү талабы ҡуйҙы. Ә инде утыҙынсы йылға тиклем эшсе һөнәр эйәләренәең һаны ике миллионға етергә тейеш. Маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн урта һөнәри белем биреү системаһын яңыртыу, матди-техник базаһын камиллаштырыу һәм заманса технологияларға көйләү мөһим, тине Радий Хәбиров.

Колледждарҙың эшмәкәрлеген камиллаштырыуға «Профессионалитет» федераль проекты ла өлөш индерә. Уның сиктәрендә генә республикаға бер миллиард 6 йөҙ миллион һум аҡса йәлеп ителгән. Программала ҡатнашыусы белем биреү учреждениелары матди-техник базаһын нығытһы, студенттар гарантияланған эш урындары менән тәьмин ителә. Эш биреүселәр үҙ сиратында юғары әҙерлекле белгестәр ала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ