Баш ҡалала Аксаков шыршыһы үҙҙы


Аксаков шыршыһы дуҫтарын йыя. «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» фондының попечителдәр советы башланғысы менән 5 йыл элек нигеҙ һалынған проект хәҙер йылдың иң йылы, иҫтәлекле сараларының береһенә әйләнгән. Быйыл Аксаков шыршыһына республиканың төрлө төбәктәренән 300-гә яҡын бала саҡырылған. Улар физик мөмкинлеге сикәләнгәндәр һәм махус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары. Хәйриә акцияһы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтте. Балалар яратҡан әкиәт геройҙары менән фотоға төштө, аквагрим менән биттәренә биҙәктәр яһатты, шыршы тирәләй әйләнде, «Щелкунчик» спектаклен ҡараны.

Байрамға килеүселәрҙе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Тамаша ҡунаҡтарының тәьҫораттарын БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова уртаҡлашты.

Тылсым, мөғжизә донъяһы театр алдында уҡ башлана. Балаларҙы яратҡан әкиәт геройҙары ҡаршы ала, уйынсыҡтар бүләк итә, тәмлекәстәр менән һыйлай. Ошонда уҡ иҫтәлеккә фото төшөргә, оҫтаханаларҙа шөғөлләнергә, биткә аквагрим менән һүрәт яһатырға мөмкин. Асия Шәрәфетдинова рәссам, хәйриә акцияларында һәр ваҡыт ҡатнаша, балаларҙы ҡыуандырыу үҙе бәхет, кинәнес, ти ул.

Аксаков шыршыһы 2019 йылдан ойошторола. Хәйриә акцияһына быйыл физик мөмкинлеге сикләнгән 300-гә яҡын бала саҡырылған. Ата-әсәләр әйтеүенсә, ошондай саралар бик мөһим. Сөнки ауыр сиргә дусар булған балалар күңел төшөнкөлөгөнә йыш бирелә, ә был тамашалар рух күтәренкелеге, яҡшы кәйеф бүләк итә. Ул сәләмәтлеккә лә ыңғай йоғонто яһай.

Республикала физик мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн төрлө саралар уҙғарыла. Ойоштороусылар әйтеүенсә, һәр бер бала үҙен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп тойорға тейеш. Аксаков шыршыһы дәүләт кимәлендә алып барылған ошо социаль сәйәсәттең бер сағылышы.

Тамаша ҡунаҡтары араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре лә бар. Улар ҙа йылы мөнәсәбәт, иғтибар өсөн рәхмәтле. Райондарҙан килгән делегацияларҙы медицина хеҙмәткәрҙәре оҙатып килгән. Ойоштороусылар әйтеүенсә, Аксаков шыршыһы- ул мөғжизәләр майҙаны, хыялдар тормошҡа ашҡан тылсымлы донъя.

Хәйриә акцияһы сағыу, иҫтәлекле мәлдәргә бай булды. Балалар рәхәтләнеп ял итте, күңел асты, бер-береһе менән аралашты. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары ҡуйған «Щелкунчик» спектакле иһә кескәй тамашасыларға онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итте. Ә 12 йәшлек Таир Манцуров өсөн Аксаков шыршыһы икеләтә байрам, бөгөн уның тыуған көнө. Таирҙың атаһы махсус хәрби операцияла һәләк булған. Башҡортостан башлығы малайға саңғы бүләк итте. Тырышып уҡы, спорт менән шөғөллән, тине Радий Фәрит улы.

Рәмзиә Кәримова

Волна
Акции БСТ