39-сы тапҡыр ойошторолған сарала республика район-ҡалаларынан тыш, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән һәм Татарстан республикаһынан 316 уҡыусы ҡатнашҡан. Еңеүселәргә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы дипломы менән бергә, аҡсалата премия тапшырылды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Олимпиада еңеүселәре араһында Бөрйән районынан Илтимер Мырҙағолов та бар. Иҫке Собханғол ауылы мәктәбендә белем алған үҫмер сарала өсөнсөгә ҡатнашып быйыл уңышҡа өлгәште.
Быйыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада 39-се тапҡыр уҙғарылды. Ҡатнашыусылар араһынан 300 кеше финалға үткән. Уҡыусыларға викторина, тест һорауҙарына яуап биреп, тәҡдим ителгән текст буйынса лексик-грамматик эш башҡарған.
Әлбиттә, тырышлыҡ эҙһеҙ үтмәне. Еңеүселәр Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы дипломы менән бергә, 7 мең һум күләмендә аҡсалата премия менән бүләкләнде. Шулай уҡ киләсәктә ул уҡыусыларға Республика юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә өҫтәмә балл да бирә.
Олимпиада өс йүнәлештә - башҡорт телендә уҡыусылар һәм башҡорт телен Башҡортостандың дәүләт теле булараҡ өйрәнгән һәм башланғыс кимәлдә белгән уҡыусылар араһында ойошторолдо.
Азат Ғәлиуллин



