Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша әлегә бушлай йәки ташламалы юл йөрөүгә 372 ғариза ҡабул ителгән. 16 автомобиль реестрға индерелгән, ҡалған ғаризалар буйынса документтарҙы тикшереү эштәре дауам итә. Был хеҙмәт 16 декабрҙә эшләй башланы. Ғаризаны шулай уҡ күп функциялы үҙәк аша бирергә мөмкин. Транспорт сараһын реестрға индереү өсөн операторҙың сайтындағы хеҙмәт менән файҙаланырға кәрәк. Ташлама хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, газ-мотор яғыулығы менән эшләгән автомобилдәргә бирелә. Реестрға индерелгән автомобиль водителдәре ҡулаҡса менән иҫәпләшергә мөмкин булған һәм операторҙар эшләгән һыҙаттар буйлап йөрөргә тейеш.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6 ғинуарҙа Өфөнөң Көнсығыш ҡапҡаһы аша йөрөүгә яңы тарифтар ғәмәлгә инде. Ҡабул ителгән үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер водителдәр транспорт сараһына ҡарап 150 һумдан 300 һумға тиклем түләргә бурыслы. Транспондерҙарҙы ҡулланғанда бөтә категориялы ҡулланыусылар өсөн 20 һум ташлама бирелә. Шул уҡ ваҡытта төнгө льгота ғәмәлдән сығарылды.



