Радий Хәбиров «Башҡортостан» милли паркы етәксеһе Владимир Кузнецов хаҡында яҙҙы


Бөгөн ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо» рубрикаһында «Башҡортостан» милли паркы етәксеһе Владимир Кузнецов хаҡында яҙҙы.

Владимир Михайлович алтынсы быуын умартасыһы. Ул Мәләүездә йәшәй. Бала сағы Кузнецовский утарында, хәҙерге Йомағужа һыуһаҡлағысынан алыҫ түгел урында үтә. Владимир Кузнецов үҙенең 30 йыл ғүмерен тәбиғәтте һаҡлауға бағышлай, һуңғы 9 йылда «Башҡортостан» милли паркын етәкләй. Уның туранан-тура ҡатнашлығында парк ЮНЕСКО-ның «Башҡорт Уралы» биосфера резерваты составына инә. Халыҡ-ара кимәлдә танылыу милли парк коллективы алып барған эштең мөһимлеген күрһәтә. Йыл һайын бында яңы экологик һуҡмаҡтар, туристик маршруттар һәм кемпингтар асыла. Бөрйән солоҡ бал ҡорто популяцияһын һаҡлауға айырыуса иғтибар бүленә. «Владимир Михайловичты, республикабыҙ ҡурсаулыҡтары һәм милли парктары ветерандарын һәм хеҙмәткәрҙәрен байрам менән ҡотлайым! Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ ысынлап та, баһалап бөткөһөҙ, сөнки һеҙ киләсәк быуындар өсөн тәбиғәтте һаҡлайһығыҙ», - тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ