Тыуған илгә хыянат итмәйбеҙ. Республика быйылғы мәҙәни саралар программаһын бөгөн «Башҡортостан» концерт залында ошондай исем аҫтындағы хәйриә концерты менән башлап ебәрҙе. Һәм был осраҡлы түгел. 2025 йыл Рәсәйҙә-Ватан һаҡсылары, ә Башҡортостанда-махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде. Хәйриә концерты Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәмил Баҙамшин тарафынан ойошторолған. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған саранан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Гитара һалдаттың ҡоралы һымаҡ. Сәхнә оҫтаһы Рәмил Баҙамшин был хәҡиҡәтте яҡшы аңлай, ул махсус хәрби операция биләмәһенә тиҫтәләрсә тапҡыр концерт программаһы менән барып ҡайта. Йыр-моң яугирҙарға йәшәү көсө бирә, яңы еңеүҙәргә дәртләндерә. Ә Өфөләге тамаша хәйриә тамашаһы, билеттар һатыуҙан йыйылған аҡса алғы һыҙыҡтағы егеттәргә кәрәк-яраҡ алыуға йүнәлтелә. Концертҡа ҡунаҡ итеп махсус хәрби операция яугирҙары, ирекмәндәр ҙә саҡырылған. «Баграм» ҡушаматлы яугир әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялда, иртәгә юлға, ти ул.
Тамашасылар араһында махсус хәрби операция ветерандары ла байтаҡ. Руслан Ғирфанов Шайморатов батальонында хеҙмәт иткән, ауыр йәрәхәттәр алғандан һуң тыуған яғына ҡайтарылған.
Еңеү өсөн көрәш фронт һыҙығында ғына түгел, тылда ла бара. Ирекмәндәр гуманитар ярҙам йыя, маскировка селтәрҙәре, беләҙектәр үрә. Яугирҙарҙың ныҡлы терәге булып тора. Миәкә районынан Луиза Әхмәтшина һөнәре буйынса элемтәсе, махсус хәрби операция башланғандан алып алғы һыҙыҡтағы егеттәргә ярҙам ойоштора, күптән түгел ирекмәндәр сафында хәрби госпиталдә эшләп ҡайтҡан.
Хәйриә концертында Башҡортостандың билдәле сәхнә оҫталары сығыш яһаны. Тамашаның программаһы яугирҙарыбыҙға дан йырлаған, изге теләктәребеҙҙе юллаған, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған йырҙарҙан төҙөлгән. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов башҡарыуындағы «Иҫән ҡайтығыҙ» йырын зал аяғүрә баҫып алҡышланы.
Фойела Хәрби Дан һәм Миңлеғәле Шайморатов музейҙары бай йөкмәткеле күргәҙмәләр әҙерләгән. Бында махсус хәрби операцияға бәйле эскпозицияларҙы күрергә мөмкин. Шулай уҡ «Ватан һаҡсылары» фонды майҙансығы эшләй, белгестәргә төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә була.
Рәмзиә Кәримова



