Быйыл 6 мең дрон эшләп сығарыу планлаштырыла. Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығынан ошо турала хәбәр итәләр. “Квадракоптерҙар алғы һыҙыҡта иң кәрәклеһе”, - ти Башҡортостан башлығының республика хәрбиҙәре менән бәйләнеш булдырыу буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов.
Белорет ҡалаһында пилотһыҙ осоу аппараттары йыйыла. “Беҙ ҙә был эштә ҡатнашабыҙ”, - тип белдерҙе Башҡортостандың атҡаҙанған эшҡыуары Резедә Сайдарова. Ул махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән яугирҙарға ярҙам итә.




