Транпспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай станциялар иҫәбе буйынса республика илдә алдынғылар рәтендә. Электромобилдәргә ихтыяж арта, әле 600-ҙән ашыу ошондай машина теркәлгән. “Энергетиканы үҫтереү” программаһына ярашлы быйыл станциялар һанын бер йөҙгә еткереү ҡарала.




