Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, сарала Рәсәй төбәктәренән тыш, Ҡытай, Беларусь, Чили, Италия, Грузия һәм Америка Ҡушма штаттарынан белгестәр ҡатнашыуы көтөлә. Халыҡ-ара конгресс 23 ғинуарҙа үтә, уның барышында Рәсәйҙә тәүге тапҡыр бал конкурсы ойошторола.




