Академик, иҡтисад фәндәре докторы, профессор. Өфөлә күренекле ғалим Мазһар Иҫәнбаев менән хушлаштылар. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре 89-сы йәшендә вафат булды. Һуңғы көндәренә тиклем Мазһар Насип улы Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтында эшләй. Ул Башҡортостандың иҡтисади һәм социаль үҫешенең төп йүнәлештәрен әҙерләүгә ҙур өлөш индерә.
Мазһар Иҫәнбаев 500-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 70-тән ашыу китап һәм монография авторы. Уның хеҙмәттәре Ватан һәм сит ил ғалимдары тарафынан ҙур танылыу ала. Мазһар Насип улы етәкселегендә 20 кандидатлыҡ һәм 1 докторлыҡ диссертацияһы әҙерләнә һәм яҡлана. Уның тарафынан төбәк иҡтисады һәм социаль-иҡтисади сәйәсәт буйынса ғилми мәктәп булдырыла.



