Бөгөн «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан бүлексәһендә махсус хәрби операция ветерандарына таныҡлыҡ һәм Шайморатов миҙалы тапшырылды.
«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан филиалы яугирҙарыбыҙға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына төрлө яҡлы ярҙам күрһәтә. Белгестәр яңы йыл каникулдарында ла мөрәжәғәт итеүселәрҙе ҡабул иткән, әле лә ялһыҙ эшләйҙәр. Дәүләт фонды махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә юридик, медик, психологик ярҙам күрһәтеүҙе ойоштора. Техник реабилитация саралары буйынса, торлаҡ йорттарын яраҡлаштырыуҙа, ҡул менән йөрөтөлә торған автомобилдәр алыу, мәшғүллектәрен тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтә. Ветеран таныҡлығы Рәсәйҙә ҡаралған социаль ярҙам сараларының бөтә төрҙәре менән файҙаланырға мөмкинлек бирә.
Таныҡлыҡ махсус хәрби операция ветерандарына тапшырыла, улар ауыр йәрәхәттәр алғандан һуң сәләмәтлек торошо буйынса хәрби хеҙмәттән азат ителгән. Хәйбулланан Руслан Иҙелбаев ҡулы яраланып оҙайлы дауалау курсы үткән, бер аҙ аяҡҡа баҫҡас ветеран таныҡлығы юллаған.



