Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн ике ярҙа ла тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторолған, видеокамералар ҡуйылған. Ҡағиҙәгә ярашлы, боҙ кисеүендә транспорт сараһын туҡтатыу, ҡапыл ҡуҙғалыу, боролоу, башҡа автомобилдәрҙе уҙып китеү тыйыла. Водителдәргә боҙҙоң йөк күтәреүсәнлеген иҫәпкә алырға кәңәш ителә. Тиҙлекте сәғәтенә 10 килеметрҙан да арттырығра ярамай.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бер йыл элек ошо урында фажиғәле хәл теркәлгәйне. Боҙ аҫтына киткән ҙур йөк машинаһын сығарыу бер нисә көнгә һуҙылды. Ҡотҡарыу операцияһы 25 градус һыуыҡта биш сәғәттәй дауам итте. 26 тонналыҡ транспорт сараһы КрАЗ ярҙамында ярға сығарылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Красноярск крайы водителенең ғүмерен ҡотҡарып булмай.



