Өфөнөң сауҙа үҙәктәренең береһендә «Йәшел шәмбе» экологик акцияһы уҙҙы


Сарала туҡыма ҡурсаҡтар, шәмдәр һәм ағастан картиналар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Активистар кәрәкмәгән кейем-һалым ҡабул итте. Йыйылған әйберҙәр икенсел эшкәртеүгә ебәреләсәк, ә уларҙың бер өлөшө ғаиләләргә ярҙам итеү үҙәгенә тапшырыла. Шулай уҡ был көндө милли музей фондын байытыу өсөн совет осорондағы көнкүреш әйберҙәрен дә килтерергә мөмкин ине.

«Йәшел шәмбе» акцияһы республикала 3 йылдан ашыу бара. Был юлы теләгән һәр кем сараға йорт хайуаны менән килде. Ветеринария клиникаһы хеҙмәткәрҙәре эт-бесәйҙәргә бушлай чип ҡуйҙы һәм хайуанға паспорт бирҙе. Әйткәндәй, быйыл төбәктә эттәрҙе мотлаҡ чиплау тураһында закон эшләй башлауы ихтимал. Әле активистар был процедураны үткәреү, шулай уҡ хайуандарҙы стерилләштереү өсөн Башҡортостан башлығы һәм Өфө мэры гранттарын алды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ