Республика ауыл хужалығы министрлығы конкурс иғлан итте. Уға ярашлы бәйге еңеүселәренә 750 мең һум бирелә. Уҙған йыл бәйгелә 182 кеше ҡатнашҡан. Комиссия 100 йәш белгескә аҡсалата ярҙам тапшырырға ҡарар иткән. Конкурс шарттары менән ауыл хужалығы министрлығы сайтында танышырға мөмкин.




