Чат-бот ярҙамында тағы ла бер иҫерек водитель ҡулға алынды


Эскән ирҙең рулгә ултырыуын Ишембайҙан битараф булмаған кеше домофон камераһы аша күреп ҡала. Был хаҡта ул шунда уҡ дәүләт автоинспекторҙарына хәбәр итә.

Полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала урынға сығып, урамдарҙың береһендә автомобилде туҡтата. 31 йәшлек водитель медицина тикшереүе үтеүҙән баш тарта, бының өсөн уға административ протокол төҙөлә. Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов үҙенең сәхифәһендә ошондай осраҡтар тураһында мәғлүмәтте ышаныс телефонына шылтыратып әйтергә йәки Teлеграмдағы чат-ботҡа яҙырға кәңәш итә.

Ышаныс телефоны: 8 (347) 279-32-92, ЧАТ-БОТ: @GIBDDRB_02BOT

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ