Өфө урамдарындағы тәртипте Ситуация үҙәге көйләй


Баш ҡала хакимиәте биләмәһендә урынлашҡан берҙәм система ғәҙәттән тыш хәл, урамдарҙы таҙартыу, юл тығындары менән бәйле оператив мәғлүмәтте туплай. 117 экран аша йыйылған мәғлүмәт нигеҙендә белгестәр иғтибар талап ителгән проблеманы тиҙ арала хәл итә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Стена ҙурлығындағы видеоэкран ҡеүәтле гаджетты хәтерләтә. Дашборд тип аталған 117 экранда минут һайын яңы мәғлүмәт туплана. Берҙәм системаға ғәҙәттән тыш хәлдәр, Өфө инфраструктураһына ҡағылышлы оператив мәғлүмәт килә.


Бынан тыш эш йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йүнәлешендә лә алып барыла. Ситуация үҙәге Уфанет системаһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләй . Беҙҙең үҙәккә тоташтырылған 2800 видеокамера кеше күп йыйылған урындарҙы тикшереп, биләмәләрҙе иғтибарҙа тоторға ярҙам итә.

Алексей Митакович, Өфө граждандарҙы яҡлау идаралығының һанлы технологиялар бүлеге етәксеһе

Урамдарҙы, ихаталарҙы, юлдарҙы тәртиптә тотоу һорауҙары ҙур ҡала өсөн һәр ваҡыт көнүҙәк. Айырыуса ҡыш көндәрендә юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу мәсьәләһе иғтибар талап итә. Ситуация үҙәгендә урамдарҙа нисә берәмек техника эшләгәне, ҡайһы урындарҙа уларҙы арттырырға кәрәклеге күрһәтелә.

Беҙҙең үҙәктә нейро-аналитика бүлеге ойошторолдо.Ҡала урамдары буйлап йөрөгән машина автоматлаштырылған ысул менән ҡар, сүп-сар өйөмдәрен теркәп мәғлүмәтте ситуация үҙәгенә ебәрә. Cистема ярҙамында 16 төрлө етешһеҙлекте теркәп була. Эшкәртелгән мәғлүмәт торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар бүлегенә ебәрелә.

Эрик Кайбышев, Өфө ҡала хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ идаралығы белгесе

Өфөлә махсус Ситуация үҙәге 2024 йылда баш ҡала юбилейы уңайынан ойошторолдо. Аҡыллы система ҡала инфраструктураһын тикшереп заманса ысул ярҙамында халыҡтың тормош-көнкүрешен еңелләштереүгә иҫәпләнгән.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ