Ваҡиға шаһиттары ҡорал менән бәйле ваҡиғаны кеҫә телефонына төшөрөп социаль селтәрҙәргә һалған. Полициянан хәбәр итеүҙәренсә, яҙма 12 ғинуарҙа төшөрөлгән. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, ике ир араһында бәхәс тыуа. Һөҙөмтәлә уларҙың береһе бер нисә тапҡыр теркәлмәгән мылтыҡтан ата. Ваҡиға урынына шунда уҡ полиция хеҙмәткәрҙәре килә һәм ике ирҙе лә участкаға алып килә. Зыян күреүселәр юҡ. Ҡорал тартып алынып, экспертизаға ебәрелгән. Тикшереү материалдары процессуаль ҡарар ҡабул итеү өсөн тәфтиш органдарына тапшырылған. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙатылған.



