Өфөлә Шәйехзада Бабичтың 130 йыллығына арналған түңәрәк өҫтәл үтте

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала билдәле башҡорт шағиры, журналист һәм дәүләт эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың 130 йыллығына арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар шәхестең тормош һәм ижад юлына байҡау яһаны, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Шәйехзада Бабичтың 130 йыллығына арналған түңәрәк өҫтәл ғалимдарҙы, юғары уҡыу йорто уҡытыусыларын, шулай уҡ Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе яҙыусыларын, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе бергә йыйҙы. Төбәк-ара форматта ойошторолған сара башҡорт шағиры эшмәкәрлегенә байҡау яһауҙан бигерәк, халыҡ араһында билдәһеҙ факттарҙы бәйән итеүгә ҡайтып ҡалды.

Ғөмүмән, сара ябай фекер алышыуға ғына ҡоролманы. Шәхейзада Бабичтың тормош һәм ижад юлын төплө өйрәнеү, шәхесте ололау, ижадын пропагандалауҙың бер күренеше.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт атлы арыҫлан!» тип исемләнгән күргәҙмә лә эшләне. Экспозицияла Шәйехзада Бабичтың ҡыҫҡаса биографияһы һәм ижади мираҫы менән танышырға мөмкин ине. Шулай уҡ китапхана фондынан электрон һәм ҡағыҙ варианттарҙағы әҙәбиәт тә күрһәтелде.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ