Өфөнөң «Именлек» республика геронтология үҙәгендә хәйриә концерты үтте


Баш ҡаланың «Именлек» республика геронтология үҙәгендә бөгөн хәйриә концерты үтте. «Яңы тормош» тип исемләнгән инновация тренингы компанияһы ирекмәндәре тарафынан ойошторолған сарала оло йәштәгеләр Иҫкесә Яңы йыл менән тәбрикләнде. Байрам уңайынан Ауырғазы районы мәҙәниәт йорто концерт программаһы тәҡдим итте. Сығышты оло йәштәгеләр йылы ҡабул итте, ҡайнар алҡыштарға күмде. Учреждение өлөшләтә йәки тулыһынса үҙ-үҙен хеҙмәтләндереү һәләтен юғалтҡан, тәрбиәгә мохтаж оло йәштәге граждандарҙың һәм инвалидтарҙың хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу өлкәһендә эшмәкәрлек алып бара. Бындай саралар уларҙың рухын күтәреп кенә ҡалмай, йәшәүгә көс тә бирә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ