Көньяҡ Сахалинда Рәсәй-Ҡытай йәштәр уйындары тамамланды


Параллель слалом дисциплинаһында сноуборд буйынса ярыштарҙа Башҡортостан вәкиле Амалия Ғәбдүшева көмөш миҙал яуланы. Өфөнән Тимур Зарипов дүртенсе булды. Фристайл буйынса илдең йыйылма командаһы составында тау саңғыһы спорты буйынса Башҡортостан спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Оскар Әйүпов сығыш яһаны. Ул «акробатика» дисциплинаһында бронза призер булды. Иң яҡшы ун спортсы иҫәбенә шулай уҡ Ксения Шаронова менән Алиса Алексеева инде, улар 5-се һәм 6-сы урындарҙы биләне.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ