Уның авторы танылған журналист Лариса Абдуллина. Алмас Сафин 2023 йылдың 14 ғинуарында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк була.
Әлшәй район үҙәгендәге урамдарҙың береһе, шулай уҡ Раевкалағы 2-се мәктәпкә Рәсәй Геройы Алмас Сафин исеме бирелде. Бөйөк Еңеү көнөндә уға бюст асылды. Скульптура Раевка ауылында “Ватан-Әсә” мемориалы янына ҡуйылған.




