Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары закон проекты әҙерләгән. Ул балаларҙы физик яҡтан үҫтереү үҙәктәре эшмәкәрлегенә ҡағыла. Парламент спикеры Константин Толкачев белдереүенсә, бындай үҙәктәр тәү сиратта балаларҙы сәләмәт тормош алып барыуға ылыҡтыра. Шулай уҡ улар һәләтле балаларҙы асыҡлап, йәш спортсының һәләтен үҫтереү буйынса йүнәлеш бирергә бурыслы була. Закон проекты ғинуар аҙағында парламенттың пленар ултырышында беренсе уҡыуҙа ҡарала.




