Вице-премьер-спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов видеоэлемтә аша "Һиндостан Рәсәй йәштәр диалогы"нда ҡатнашты. - Ике арала хеҙмәттәшлек инфраструктураны үҫтерергә, инвестиция йәлеп итергә, спортсыларҙы әҙерләргә булышлыҡ итә, - тине Руслан Хәбибов. Башҡортостан һәм Һиндостан март айында көрәш буйынса турнир уҙғарыу тураһында килеште.




