Быйыл Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләрен шифахана-курорттарҙа дауалауға 100 миллион һум аҡса бүленә. Уның ярҙамында 2 мең ярымдан ашыу граждан дауаланыу курсы үтеү мөмкинлеге аласаҡ.
Был турала Хөкүмәт ултырышында вице-премьер - Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдерҙе. Граждандарҙың льготалы категорияларын ер участкалары менән тәьмин итеү ҙә мөһим бурыстарҙың береһе. Әлеге ваҡытта сиратта 18 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Уларҙың 293-е - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм һәләк булған яугирҙарҙың ғаилә ағзалары. Был мөһим мәсьәләне хәл итеүҙә республика дәүләт власы органдары һәм муниципалитеттарҙың көсөн тупларға кәрәк, - тип билдәләнде Хөкүмәт ултырышында.
Быйыл республикала ауыл хужалығы продукцияһын етештереү 268 миллиард һумға тиклем артасаҡ. Хөкүмәт ултырышында агросәнәғәт комплексын үҫтереү пландары һәм бурыстары тикшерелде. Былтыр һөт-тауар комплекстарын төҙөү һәм модернизациялау буйынса өс инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Улар тауар секторында һөт етештереүҙе артабан үҫтереү мөмкинлеге бирәсәк. Бөгөн тармаҡта 103 миллиард һумлыҡ 74 өҫтөнлөклө инвестиция проекты әүҙем тормошҡа ашырыла, улар сиктәрендә 9 мең самаһы яңы эш урыны булдырыу планлаштырыла. Башҡортостан продукцияһы донъяның 41 иленә оҙатыла.



