Өфө балалар баҡсаларында «Роспотребнадзор» идаралығы тикшереүҙәре үтә


Иҫкәртеү саралары сиктәрендә учреждениела туҡланыу сифаты, кескәйҙәрҙең көн тәртибе, санитария-гигиена талаптары үтәлеше һәм башҡа күрһәткестәр ҡарала. Профилактик тикшереү Өфөнөң 191-cе балалар баҡсаһында ла үтте. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Таң менән балалар баҡсаһына килгән малай-ҡыҙҙарҙың иң тәүҙә температураһы үлсәнә. «Иртәнге фильтр» тип аталған тикшереү эпидемия йәки грипп таралыу менән бәйле түгел, кескәйҙәр учреждениеһында санитария-гигиена талаптары һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Башҡортостанда «Роспотребнадзор» идаралығы тикшереүҙәре бөтә балалар баҡсаларында ла үтә.

Санитария-гигиена талаптарынан, бүлмәләр, мебель һәм башҡа йыһаздар таҙалығынан тыш, балалар баҡсаһында көн тәртибенең теүәл үтәлеше мөһим. Мәктәпкәсә учреждениела Малай-ҡыҙҙар арымаһын, көндәрен әүҙем һәм файҙалы үткәрһен, физик һәм ижади яҡтан дөрөҫ үҫешһен өсөн тейешле шарттар тыуҙырыла. Профилактик сараның төп өлөшө балаларға дөрөҫ туҡланыу ойоштороуҙы тикшереү - аҙыҡ-түлектең сифаты, тәме, кескәйҙәргә талап ителгән ризыҡтың күләме лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай.

«Роспотребнадзор» идаралығы тикшереүҙәре республиканың бөтә балалар баҡсаларында үтәсәк. Иҫкәртеү сараһының маҡсаты санитария-гигиена талаптарын күҙ уңында тотоп, учреждение эшен яҡшыртыу, балаларға сифатлы хеҙмәттәр ойоштороу.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ