Башҡортостан Йәштәр йортонда асыҡ лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре тергеҙелде


Башҡортостан Йәштәр йортонда йәнә асыҡ лекциялар һәм төрлө өлкә белгестәре менән осрашыуҙар ойошторола башланы. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Йәш фотограф Ирина Ғаянова ижади һәләттәрҙе асыу буйынса оҫталыҡ дәресе ойоштороп, илһам сығанаҡтары серҙәре менән уртаҡлашты. Майҙансыҡта шулай уҡ тәүге психологик лекторий ҙа уҙғарылды. Тыңлаусылар ғаиләлә үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу буйынса кәңәштәр алды.


Йәштәр менән осрашып, психология буйынса бушлай лекция ойошторҙоҡ. Киләһе осрашыу 23 һәм 28 ғинуарҙа үтә. Теориянан тыш, практикаға ҙур иғтибар бүленәсәк.

Оксана Таушева, психолог
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ