Силәбе өлкәһе кешеһе Учалы районында 14 миллион һумлыҡ алтын ҡаҙып алған


Еңел байырға теләй, әммә статьяға тарый. Силәбе өлкәһе кешеһе Учалы районында 14 миллион һумлыҡ алтын ҡаҙып алған. Законһыҙ эшмәкәрлек федераль именлек хеҙмәте оперативниктары тарафынан асыҡланған. Көс хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәте буйынса, Ленинск ҡасабаһында йәшәүсе ир Башҡортостанда ғына түгел, үҙе йәшәгән Силәбе өлкәһендә лә законһыҙ рәүештә алтын сығарыуҙы һәм һаҡлауҙы ойошторған. Ул ҡиммәтле металл менән шөғөлләнеү өсөн сәнәғәт машиналарын һәм ҡорамалдарын ҡулланған. Тентеү барышында барлығы 1 мең 666 грамм аҫылташ тартып алына. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Иргә мәжбүри эштәр, иркенән мәхрүм ителеү йәки штраф янай. Әле законды боҙоу осраҡтарын асыҡлау буйынса тикшереү алып барыла.


Оператив тикшереү барышында ҡулға алыныусының йәшәгән урынында 1 мең 666 грамм ауырлыҡтағы алтын табылып тартып алынды. Ҡиммәтле металдарҙың хаҡы 14 миллион 100 мең һум менән баһалана. Криминаль алтын сығарыусыға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. Хәҙер иҫбатлау базаһын нығытыу, законһыҙ эшмәкәрлектең башҡа мөмкин булған факттарын асыҡлау буйынса тикшереү эштәре алып барыла.

Әлфиә Усманова, Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы рәсми вәкиле
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ