Өфөлә «ApiGlobal 2025» халыҡ-ара бал конкурсының йомғаҡлау этабы башланды


Ул Башҡорт дәүләт аграр университетының аҙыҡ-түлек технологиялары факультеты базаһында үтә. Конкурс комиссияһы ағзалары тәүге көндә балдың ҡуйылығы, еҫе һәм тәмен баһаланы. Төркөм составына Башҡортостандан тыш, илдең тағы ла тиҫтәгә яҡын субъекты эксперттары ингән. Ойоштороусылар биллдәләүенсә, «Тәбиғи бал» номинацияһына Рәсәйҙең 39 төбәгенән һәм яҡын сит илдәрҙән бөтәһе 266 бал өлгөһө ҡабул ителгән. Уларҙы тикшереү биш күрһәткес буйынса үткәрелә. Республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фәрит Вәлитов билдәләүенсә, быйыл конкурс халыҡ-ара статусҡа эйә. Тимәк, ул Өфөнөң Рәсәйҙең ҡышҡы умартасылыҡ баш ҡалаһы булыуын тағы ла бер тапҡыр иҫбатлай.

Бал конкурсы умартасылыҡ продукцияһының сифатын һәм бал брендтарының конкуренцияға һәләтен күтәреү, иң яҡшы бал етештереүселәрҙе асыҡлау маҡсаты менән ойошторолған. Сара етештерелгән балдың сифатына юғары класлы профессионалдар биргән баһа менән танышыу мөмкинлеге бирә. Әйткәндәй, был сара 23-25 ғинуарҙа Өфөлә үтәсәк «ApiGlobal 2025» халыҡ-ара умартасылар конгресы сиктәрендә бара. Унда тәжрибә уртаҡлашыу, тармаҡтағы проблемаларҙы һәм уларҙы хәл итеүҙең оптималь юлдарын бергәләп тикшереү өсөнтөрлө илдәрҙең умартасылары ҡатнашыуы көтөлә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ