Бөгөн күренекле скульптор Салауат Щербаков тыуған билдәләй. Башҡорт халҡының арҙаҡлы улына 70 йәш тулды. Күркәм юбилейы менән Рәсәйҙең халыҡ рәссамын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.
Республика халҡы Салауат Щербаковты уның иҫ киткес эштәре - Совет майҙанындағы Генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле, Өфөләге Көрәш һарайы барельефтары һәм скульптура ансамбле буйынса белә. Салауат Александровичҡа ижады өсөн бөтә рәхмәт белдерәм һәм юбилейы менән ҡотлайым! Алда - күп пландар һәм ҙур ижади юл, тип яҙған Башҡортостан башлығы. Бөгөн халҡынбыҙҙың данлы улы «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән дә бүләкләнде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары наградаһын Мәскәүҙә президиум рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова тапшырҙы.



