Сарала мәктәп уҡыусылары, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Улар башҡорт шағиры һәм журналисы Шәйехзада Бабичты иҫкә алып, уның бюсына сәскә һалды. Хәтер кисәһе музейҙа ойошторолдо. Бында уның менән бәйле ҡыҙыҡлы экспонаттар йыйылған. Музейҙа Бабич нәҫеленең шәжәрәһе лә бар. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уны шәхестең юбилейы уңайынан электрон вариантҡа күсерергә ҡарар иткән.
Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе Әсән ауылының яңыртылған мәҙәниәт йортонда дауам итте. Сара барышында Шәйехзада Бабичтың тормошон һәм ижад юлын өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән Ғәлимйән Ғилмановҡа райондың Назар Нәжми исемендәге премияһы тапшырылды. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев менән Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов сығыш яһаны. Тантананы район мәҙәниәт йорто артистары һәм «Сөмбөл» бейеү ансамбленең концерт номерҙары биҙәне.



