Евразия вуз-ара студенттар кампусында «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы» һәм «Баш ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурстарын асыу сараһы үтте. Ярыш һәләтле уҡытыусыларға ярҙам итеү, педагог һөнәренең абруйын һәм социаль статусын күтәреү өсөн ойошторола. Сара баш ҡала уҡытыусылары араһында алдынғы уҡытыу тәжрибәһен таратыуға ла булышлыҡ итә.
«Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы» конкурсы 1997 йылдан алып үткәрелә, ә башҡорт теле уҡытыусылары өсөн иһә ул 21-се тапҡыр ойошторола. Ошо ваҡыт эсендә ярышта 4 меңгә яҡын педагог көсөн һынаған, уларҙың 100-ҙән ашыуы баш ҡалаланың мәғариф системаһы ғорурлығы булып тора. Өфөләр өс тапҡыр конкурстың Бөтә Рәсәй этабында лауреат исеменә лайыҡ булған. Быйыл бәйгелә 70 уҡытыусы ҡатнаша, улар араһында йәш педагогтар ҙа байтаҡ. Ҡатнашыусыларҙы бер нисә этаптан торған һынауҙар көтә, еңеүсенең исеме 15 февралдә иғлан ителәсәк.



