Ишембай "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" исемен алды

Владимир Путиндың ошо турала Указы бар. Республика Башлығы Радий Хәбиров ил президентына  бындай ҡарар  өсөн рәхмәт белдерҙе.  -  Бөйөк  Ватан һуғышы  йылдарында  Ишембайҙа 4 миллион ярым тонна  нефть табыла.  Был -  СССРҙа табылғандың 4-тән бер өлөшө.  Һуңғы  йылдарҙа  Ишембай  үҫешә. Парктар, скверҙар булдырылды, иҡтисади күрһәткестәр яҡшыра. "Ишембай - хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһы урынын ҡала халҡы һайлаясаҡ, тип яҙа Радий Хәбиров  социаль селтәрҙә.

“Тыуған ҡалама бындай исем биреү тарихыбыҙға оло ихтирам билдәһе. Хеҙмәт батырлығы ҡылған быуынды онотмайыҡ”, - ти танылған ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Зөфәр  Тимербулатов.

Ишембай "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" исемен алды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, "Ишембай - хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһы урынын ҡала халҡы һайлаясаҡ.

Фото №1 - Ишембай "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" исемен алды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ