Ватанды һаҡлаусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары музейға бушлай бара

18 ғинуарҙан 24-енә тиклем "Музей аҙналығы тигән акция уҙғарыла. Республика мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар был көндәрҙә Милли музей һәм уның филиалдарында экспозицияларҙы бушлай ҡарай ала. Экскурсиялар, ижади осрашыуҙар ойошторола, документаль фильмдар күрһәтелә. Бындай акция шулай  уҡ  апрелдә,  июлдә  һәм  октябрҙә  уҙғарыла.  2025 йыл Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы тип иғлан ителде.

Фото №1 - Ватанды һаҡлаусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары музейға бушлай бара
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ