Һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуына бәйле үҙгәрештәр булыуы мөмкин, тип белдерәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан. Һыуға сумыу йолаһын башҡарыу өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Йылыныу, кейем алмаштырыу, туҡланыу пункттары асыла. 19 ғинуарҙа һыу ятҡылыҡтарында ҡотҡарыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм полиция дежур итә.




