Баш ҡала үҙәгендә урынлашҡан ике ҡатлы йорт Поликарпов йорто булараҡ билдәле һәм Мәҙәни мираҫ объекты һанала. Һуңғы тапҡыр ул 6 йыл элек ремонтланған. Тик боронғо объект даими рәүештә яңыртыуҙы талап итә. Ремонт барышы менән Башҡортостан башлығы ла танышты. Төҙөкләндерелгән Яҙыусылар йорто ҡасан асылыр? БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова ҡыҙыҡһынды.
Малярҙар стеналарҙағы һуңғы штрихтарҙы буяй. Ниһайәт, Яҙыусылар йортонда төҙөкләндереү тамамланыу алдында. Төҙөүселәр эште айырыуса һаҡлыҡ менән башҡара: Поликарпов йорто бер быуаттан ашыу тора һәм Мәҙәни мираҫ объекты һанала. Әле бинала иҙән алмаштырылған, елләтеү, канализация системаһы, радиаторҙар яңыртылған. Төҙөкләндереү бинаның тышҡы яғына ла ҡағыла.
Йорт хужалары - яҙыусылар һорауы буйынса, бина эсендәге планировка үҙгәрешһеҙ ҡалған. Бинаның фасадындағы элементтар ҙа тарихи йөҙөн һаҡлаған. Архитектура ҡомартҡыһы үҙендә неоренессанс, необарокко элементтарын туплай. Әйткәндәй, Өфөлә оҡшаш бина башҡа юҡ. Уны төҙөкләндереү былтыр ноябрҙә республика Яҙыусылар союзы рәйесенең Башҡортостан башлығына мөрәжәғәтенән һуң, башланғайны.
Бында Башҡортостан гимны тексы барлыҡҡа килгән, баш ҡалабыҙҙың рәсми булмаған гимнына әүерелгән «Өфө йүкәләре» йыры һүҙҙәре ижад ителгән. Әйткәндәй, Назар Нәжмиҙең шиғырына бәйле, Радий Хәбиров Яҙыусылар йорто алдында йүкә аллеяһы булдырырға ҡушты.
Таш йорт XIX быуат аҙағында төҙөлгән. Заманында бында сауҙагәрҙәр йәшәй, һуңынан бина ятаҡ булараҡ та хеҙмәт итә, ә Яҙыусылар союзына ул ҡәләм оҫталарының ил алдындағы хеҙмәттәре өсөн бүләк итеп тапшырыла. Яңыртылған объектта республиканы данлар сираттағы мәшһүр әҫәрҙәр яҙылыр, тип ышанғы килә.
Рәзилә Ғилметдинова




