Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы стелаһы Ишембайҙың иң яҡшы урындарының береһендә халыҡ менән кәңәшләшеп ҡуйыласаҡ. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеп, ҡалаға юғары статус бирелеүе - Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеү йылында символик мәғәнәгә эйә булыуын билдәләне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ил президенты Указы менән Ишембайҙан тыш, тағы ла алты ҡала Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы исеменә лайыҡ булды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә
Ишембай нефтселәре Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ысын хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәтә, 4 миллион ярым тонна нефть сығарып, фронтты тәьмин итә. Был СССР-ҙа табылған ҡара алтындың дүрттән бер өлөшө була. Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән хәҙер Ишембай лайыҡлы рәүештә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тигән маҡтаулы исем йөрөтә. Нефть сәнәғәтендә оҙаҡ йылдар эшләгән ветерандар яңылыҡты ҡыуанып ҡабул иткән.
1932 йылдың 16 майында 680 метр тәрәнлектән тәүге башҡорт нефте фонтаны урғыла. Дүрт сәғәт дауамында илле тонна ҡара алтын сығарыла. 702-се скважина - тарихи урын бөгөн дә һаҡланған.
Ишембайҙың визит карточкаһы һаналған вышка биләмәһе тотош бер мемориаль комплекс булараҡ үҙгәртеп ҡоролған. 2022 йылда яңыртылған объектты асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашып, нефть сәнәғәтендә оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт иткән ветерандарға рәхмәтен белдергәйне. Өфөлә асылған Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы стелаһы ишембайҙарға ла арнала тигәйне ул. Хәҙер иҫтәлекле объект Башҡортостандың көньяғында ла барлыҡҡа киләсәк.
Фронтҡа киткән эшсе ир-егеттәрҙең хеҙмәт урындарына гүзәл заттар баҫа. Нефть сәнәғәтендә эшләүселәрҙең 30 проценты ҡатын-ҡыҙ була.
Ишембайға Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы исеме бирелеүе тарихи ғәҙеллек тергеҙелеү булып тора. Ҡыуаныслы хәбәр урындағы халыҡта оло ғорурлыҡ тойғолары уятҡан. Юғары статус йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү , тарихҡа ылыҡтырыу өсөн дә мөһим.
Туҡһан йылдан ашыу нефть сәнәғәте Ишембай районы һәм тотош Башҡортостан үҫешен тәьмин итә. Ҡара алтын табыуҙа производство ҡеүәттәре яңыртыла, заманса технологиялар индерелә. Шулай уҡ социаль өлкәгә лә иғтибар юғары. «Башнефть» компанияһы йәмәғәт биләмәләрен, социаль объекттарҙы төҙөкләндерергә ярҙам итә. Урындағы халыҡҡа килгәндә, улар ҙа бөгөн махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылауҙар оҙатып, тылдағы хеҙмәте менән Еңеүҙе яҡынайта.
Гөлназ Хәйбуллина



