Ҡырмыҫҡалы районында ҙур элеватор төҙөлә

Был проект Республика инвестиция сәғәтендә ҡаралды. Селекция-орлоҡсолоҡ үҙәген булдырыу өсөн 2 миллиард 600 миллион һум тотонола. Бында 40-тан ашыу эш урыны асыла. Комплекс 120 мең тонна иген һаҡлауға иҫәпләнә. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, яңы элеватор республикала иген һаҡлау күләме буйынса иң ҙур үҙәктәрҙең береһе була. Проект өҫтөнлөклө статус алды.

Фото №1 - Ҡырмыҫҡалы районында ҙур элеватор төҙөлә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ