Белорет юлының бер өлөшөндә мобиль элемтә булдырылды

Архангел һәм Ҡолмас ауылдары араһында 6 станция урынлаштырылды. Һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был эштәр милли проект буйынса башҡарылған.  Элек бында  элемтә булманы. Хәҙер Терекле, Ҡурғаш, Күлтабан, Ҡолмас, Уҫаҡлы ауылдары халҡы мобиль телефон ҡуллана ала. Киләсәктә Инйәр-Белорет араһында 5 элемтә станцияһы урынлаштырыу планлаштырыла.

Фото №1 - Белорет юлының бер өлөшөндә мобиль элемтә булдырылды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ