- Биш йылда 500 спорт ҡоролмаһы төҙөлдө, йөҙләгән майҙансыҡ яңыртылды, 10 мең белгес әҙерләнде. Илдең бөтә төбәктәрендә спорт инфраструктураһы булдырылды. Шул иҫәптән Өфөлә ишкәкселәр өсөн уникаль комплекс асылды, - тине Дмитрий Чернышенко. Республика баш ҡалаһында был объект уҙған йылда файҙаланыуға тапшырылды.




