Проект әҙерләнгән. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, һаҡланған биләмәләр ҙур, уларҙы контролдә тотоу өсөн бер нисә көн йөрөргә кәрәк. Әлеге ҡануниәт буйынса оҙайлы рейдтар уҙғарырға ярамай. Закон ҡабул ителһә, инспекторҙар теләгән ваҡытта рейдҡа сыға, документтарҙы, транспорты тикшерә ала, тине Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе. Закон проекты ғинуар аҙағында парламенттың пленар ултырышында ҡарала.




