Күкрәгендә көслө ауыртыу тойған ир өйөнә ашығыс медицина ярҙамы саҡыра. Табиптар уны ҡарағанда пациенттың тын алышы туҡтай һәм йөрәк-ҡан тамырҙары көсөргәнеше арта. Хәлдең ҡатмарлығын иҫәпкә алып, табиптар 20 минут эсендә реанимация саралары күрә - пациентты яһалма һулыш аппаратына тоташтырып, йөрәгенә массаж яһай. Йәшәү өсөн мөһим функциялары тергеҙелгәс ир ҡала дауаханаһына килтерелә. Медицина учреждениеһында ул реанимация бүлегенә урынлаштырыла. Иргә ашығыс рәүештә ҡан йөрөшөн тергеҙеү өсөн коронар артерияға стент ҡуйылып, транслюминаль баллон ангиопластикаһы уҙғарыла. Әлеге ваҡытта пациент өйөнә ҡайтарылған һәм табиптар күҙәтеүендә ҡала. Ғүмерен ҡотҡарған табиптарға пациент гөлләмәләр менән бергә йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен дә еткергән.



