Урындағы башланғыстар программаһы Миәкәлә 117 мәсьәләне хәл итте


Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы ярҙамында һуңғы йылдарҙа Миәкә районында йәмғеһе 117 мәсьәлә хәл ителгән. Быйыл да төбәк ауылдары республика проектына ҡушылырға теләк белдергән. Улар ауыл мәҙәниәт йортон төҙөкләндереү, һыу селтәрҙәрен яңыртыу кеүек һәм башҡа бурыстар ҡуйған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Боғҙан ауылы ҡатын-ҡыҙҙары кис ултырып бәйләм бәйләп кенә ҡалмай, төбәк фольклорын һаҡлауға ла өлөш индерә. Дүрт тиҫтә йылдан ашыу тарихы булған «Димкәй» башҡорт халыҡ ансамбле республикаға киң билдәле. Тик ҡолас ташлап ижад итергә генә шарттар юҡ. Ауыл клубы 2015 йылдан бирле бикле тора.

Ауылда мәҙәниәт йорто итеп үҙгәртеп ҡорорлоҡ буш бина ла бар. Ул элекке амбулатория дауаханаһы. Уны тейешле кимәлгә еткереү өсөн ауылдаштар Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашырға теләк белдергән.

Ғөмүмән, бер ҡыйыҡ мәҙәниәт йортон, китапхана һәм ауыл хакимиәтен дә берләштерә ала. Боғҙандар шулай уҡ «Айыҡ ауыл» республика конкурсында еңеп сығырға ла өмөтләнә. Ғөмүмән, Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы 2016 йылдан әүҙем тормошҡа ашырыла. Быйыл Боғҙандан тыш, Садовый, Мәнәүеҙтамаҡ һәм Иҡтисад ауылдары ла ихлас ҡушылған.

Садовый ауылы мәҙәниәт йортонда, хатта кино төшөрөргә лә мөмкин. Фильмға йәлеп итерҙәй әҙер өс ижади коллектив та бар. Ә унда шөғөлләнгән һәр кемде маҡтап телгә алырға мөмкин. Фәнир Миһранов улар иҫәбендә.

Шуға ла Садовый ауылы халҡы республика программаһы ярҙамында хәл итеү маҡсатын ҡуйған да инде. Ауылдаштар, бағыусылар ҙа ихлас ҡушылған.

Ғөмүмән, бар саралар ҙа ауыл мәҙәниәт йортонда үтә. Ошонда уҡ урындағы халыҡ төрлө яҡлы мәсьәләләрҙе хәл итә, киләсәккә аныҡ бурыстар ҡуя. Иҡтисад ауылында йәшәүселәр үҙәкләштерелгән һыу селтәрен яңыртып, Мәнәүеҙтамаҡтар Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығында ҡаһармандар иҫтәлегенә стела асырға ниәтләй.

Әйткәндәй, Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы тормошҡа ашырылғандан алып Миәкә районында 90 миллион һумға 117 мәсьәлә хәл ителгән.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ