Медицина учреждениеһында терапевт, акушер-гинеколог, балалар табибы ҡабул итеү ойоштора. Шулай уҡ көндөҙгө стационар эшләй. Объектты асыу тантанаһынан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажы.
Бәләкәй Мәрйәмдең һау-сәләмәт, өләсәһе менән бергә ул Өфө районы Жуков ауылында асылған яңы табип амбулаторияһын ҡарарға ғына килгән. Медицина учреждениеһында балаларға һәм өлкәндәргә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған.
Табип амбулаторияһы дүрт меңгә яҡын кешене, шул иҫәптән бер меңдән ашыу баланы хеҙмәтләндерә. Бында белгестәргә күренеүҙән тыш, көндөҙгө стационарҙа дауалау курсы үтеп була. Ошо маҡсатта барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған бүлмә лә ҡаралған.
Тәүге эш көнөнән үк медицина учреждениеһында халыҡ күпләп йыйылды. Кабинеттар ҙа, коридор ҙа иркен. Диспансер тикшереү үтергә лә, тештәрҙе дауаларға ла була. Ә иң мөһиме - хәҙер ауырыған осраҡта, йә медицина тикшеренеүе үтеү өсөн алыҫҡа йөрөргә кәрәкмәй, ауыл үҙәгендә заман талаптарына яуап биргән амбулатория эшләй.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын нығытыу - Башҡортостан өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Ведомство етәкселеге билдәләүенсә, хәҙер төпкөлдәрҙә лә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн уңайлы шарттар булдырылған.
Өфө районы тиҙ үҫешә, шуға күрә модулле медицина объекттары төҙөлөшөнә лә ихтыяж юғары.
Айырыуса төпкөлдәргә медицина ярҙамының яҡынайыуы ыңғай һөҙөмтә бирә. Башҡортостанда ғүмер оҙонлоғо 73 йәштән ашты. Сағыштырып ҡарағанда, өс йыл элек был күрһәткес 69 йәш ине. Төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл район-ҡалаларҙа тағы ла 9 табип амбулаторияһы төҙөлөшө планлаштырылған. Модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарын да күпләп сафҡа индереү ҡаралған.
Гөлназ Хәйбуллина



