Республика башлығы Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо» рубрикаһында Дүртөйлө районы Әсән ауылында йәшәүсе Диана Ғәзина тураһында яҙған.
Диана Ғәзинаға- 17 йәш, ул урындағы мәктәптең 11-се класында тик бишлегә генә уҡый. Шулай уҡ ул -Шайморатов исемендәге штаб ирекмәне. Аҙна һайын Диана ауылдашы, махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙың әсәһе Фәһимә Шәйехзаман ҡыҙы Шәйхуллинаға барырға ваҡыт таба. Уға өйҙә ярҙам итә, төшкө аш әҙерләй, эргәһендә булырға һәм ярҙам итергә тырыша. Һәм быны бурыс тойғоһонан түгел, ә ысын күңелдән эшләй.
Диана үҙе - күп балалы ғаиләнән, уның өлкән ағаһы һәм апаһы бар. Әлеге ваҡытта ағаһы атаһы эргәһендә махсус хәрби операцияла Ватанды һаҡлай. Әсәһе башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Һиңә, Диана, ихласлығың һәм изгелегең, ә ата-әсәйеңә шундай ҡыҙ тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт, тип яҙған Радий Хәбиров.




