Кисә төндә Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы сауҙа үҙәге янып китә. Утты һүндереүгә 40 кеше һәм 12 берәмек техника йәлеп ителә. Уттың артабан таралыуына юл ҡуйылмай. Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә ҡыйыҡ емерелеп төшкән, зыян күреүселәр теркәлмәгән. Әле янғын сәбәптәре асыҡлана, урында янғын лабораторияһы эксперты эшләй.
Рәсәй ғәҙәтттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишселәре тейешле тикшереү башлаған, янғын һүндереү-техник суд экспертизаһы тәғәйенләнгән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, янғынға ут менән һаҡһыҙ эш итеү сәбәпсе булыуы ихтимал. Әлеге ваҡытта конструкцияларҙы һүтеү буйынса эш алып барыла.



