Боҙҙа ҡаргиҙәрҙә елдереү хәүефле. Павловка һыуһаҡлағысында ғына һуңғы айҙа үҙйөрөшлө техника менән бәйле ике күңелһеҙ осраҡ теркәлгән. Тулыһынса туңып етмәгән йылғаларҙа фажиғәләрҙе иҫкәртеү маҡсатында республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре рейдҡа сыҡты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Сирена тауышын ишетһә лә, ҡаргиҙәр водителе газға баҫыуын дауам итә. Тиҙлек һөйөүсене буранда туҡтатырмын тимәТик ҡотҡарыусыларҙың маҡсаты - язаға тарттырыу түгел, ә ҡаргиҙәрҙә йөрөү хәүефе тураһында иҫкәртеү. Ошондай сараларҙың файҙаһын бөтә техника хужалары ла аңлап етмәй.
Әле йылғала боҙҙоң ҡалынлығы 30 сантиметр тирәһе. Ғинуар уртаһы өсөн был күп түгел. Быйылғы боҙ ышанысһыҙ: урыны менән тигеҙ туңмаған. Бер аҙна тирәһе элек Ҡариҙел районында ҡаргиҙәр менән квадроцикл батҡайны. Бәхеткә күрә, зыян күреүсе булмай. Ҡотҡарыусылар ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрҙе инҡар итмәҫкә, ҡаргиҙәрҙә йөрөгәндә талаптарҙы үтәргә саҡыра.
Ҡаргиҙәрҙә тиҙлек һөйөүселәр йыш ҡына ҡотҡарыусыларҙы инҡар итһә, балыҡсылар иғтибарлыраҡ. Рейд барышында улар менән дә боҙҙа хәүефһеҙлек саралары тураһында иҫкәртеү әңгәмәһе алып барылды. Сөнки кеше ғүмере ҙур балыҡҡа йәки экстремаль уҙышҡа тиң түгел.
Рәзилә Ғилметдинова



