Берҙәмлектә беҙҙең көс. Миәкә районы ауылдары махсус хәрби операция яугирҙарына сираттағы гуманитар ылау әҙерләй. Әйберҙәр алғы һыҙыҡтағы яҡташтары һорауы буйынса тупланған. Бынынң өсөн махсус штаб булдырылған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
78 йәшлек мәғариф ветераны Нәфисә Вәли ҡыҙы ла яугирҙарға ҡулынан килгәнсе ярҙам итергә тырыша. Маскировка селтәрҙәрен үргәндә лә ул изге теләктәрен, күңел нурҙарын һалып башҡара. Уның теләге бер.
Ҡырғы-Миәкәлә ойошторолған ирекмәндәр штабын Миәкә районының йөрәк тибеше тип атарға мөмкин. Унан бер ваҡытта ла халыҡ өҙөлмәй.
Садовый ҡасабаһы халҡы бәйләм бәйләгәндә лә, маскировка селтәрҙәре үргәндә лә йырлай-йырлай эшләй. Йыр эште лә ырата, дәрт тә бирә. Ярты көн эсендә ике маскировка селтәре әҙер ҙә була.
Маскировка селтәрҙәре, ғөмүмән, Миәкә районының һәр ауылында тиерлек үрелә. Өмәләр ҙә ойошторола.
Ауылдаштар тауарҙарҙы ла үҙҙәре хәстәрләй. Окоп шәмдәренә мәҫәлән, парафинды улар махсус заказ буйынса һатып ала.
Һалма ҡырҡыу, милли ризыҡтар әҙерләү кеүек хәстәрлекте лә ауылдаштар күңел ҡушыуы буйынса башҡара.
Артабан тотош төбәк ауылдарынан йыйылған әйберҙәр Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы штабына илтеп тапшырыла. Унан һуң машиналарға тейәлеп алғы һыҙыҡҡа оҙатыла.
Гуманитар ылауҙы штаб вәкилдәре үҙҙәре оҙатып бара. Яҡташтары ярҙамына яугирҙар ҙа яуапһыҙ ҡалмай. Төбәк музейҙарын трофей әйберҙәр менән тулылындыра.
Быларҙың барыһы ла илдең көнбайышындағы хәл-ваҡиғаларҙы экспонаттар аша таныштырыуға ҡайтып ҡала. Мәғариф ветерандары хәҙерге быуын вәкилдәре менән тығыҙ бәйләнеш булдырып, ауыл мәктәптәрендә патриотик тәрбиәгә арналған асыҡ дәрестәр уҙғара.
Азат Ғәлиуллин



