Шаран районында, әйтәйек, бер маш малға 31 центнер тирәһе аҙыҡ тура килә. Йәмғеһе район хужалыҡтары 32 мең тоннанан ашыу мал аҙығы туплаған. Эре мал 9 мең башҡа яҡын. Илнур Хәмитовтың фермаһында 200-ҙән ашыу мал иҫәпләнә, уларҙың яртыһы - һауым һыйыры. Ҡышҡы миҙгелдә улар күп йыллыҡ бесән - люцерна һәм комбикорм менән туҡлана. Илнур Хәмитов ауыл хужалығы предприятиеһын 2012 йылда дәүләт субсидияһы ярҙамында аса. Быйыл ул «Ғаилә фермаһы» программаһында ҡатнашып, ит етештереү күләмен арттырырға иҫәп тота.



