4 ай ҙа 10 көн тигәндә яңы мәсет. Әбйәлил районы Хәлил ауылында 6 сентябрҙә янып көл-күмергә әйләнгән мәсет урынында заманса иман йорто үҙ ишектәрен асты. Был объектты халҡыбыҙҙың берҙәмлегенә, Хәлил ауылы кешеләренең йүнселлегенә һәйкәл тип әйтергә мөмкин. Сөнки төҙөлөшкә һәр кем үҙ өлөшөн индергән: берәүҙәр ҡул көсө, икенселәре аҡсалата, өсөнсөләре һүҙ менән булышлыҡ иткән. Мәсәғүт Мортазин исемендәге Хәлил ауылы мәсетен асыу тантнаһынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Мәсет манараһынан яңғыраған аҙан тауышы Хәлил ауылының һәр осонда ишетелеп халыҡтың күңеленә иман нуры тарата. Заманса материалдарҙан төҙөлгән күркәм объектҡа ҡарап үткән йылдың сентябрендә генә бында янғын сығыуына, иҫке мәсеттән көл-күмер ҡалыуына ышанырлыҡ та түгел. Әммә ошо фажиғә тағы ла бер тапҡыр иң төп хәҡиҡәтте аңлата, халыҡтың көсө-берҙәмлектә. Дуҫлыҡ, берҙәмлек башҡа ҡаза төшкәндә һынала.
Яңы иман йорто рекордлы ҡыҫҡа срокта, 4 ай 10 көн тигәндә сафҡа индерелә. Төҙөлөшкә бигерәк тә Хәлил йәштәре күп көс һала, ойоштороу эше менән ошо ауыл егете, эшҡыуар Илфат Сәйфетдинов шөғөлләнә. Улар дини объектты заманса уңайлыҡтар менән төҙөй. Мәсеткә газы, һыуы үткәрелгән, йылы иҙән һалынған, янғын сигналы, видеокүҙәтеү, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған. Аш-һыу, йыуыныу бүлмәләре айырым.
Яңы мәсет төҙөүгә ауыл кешеләре генә түгел, ситтә йәшәүсе яҡташтар ҙа, республика халҡы ла, хатта күрше өлкәләр ҙә ҡушыла. Берәүҙәр аҡсалата, икенселәре ҡул, һүҙ көсө менән ярҙам итә. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары сиратлап эшселәрҙе ашата. Магнитогорск ҡалаһында йәшәгән Хәлил ауылы ҡыҙы Таңһылыу Мәсәлимова изге ғәмәлгә үҙе менән бергә эшләгәндәрҙе лә, туғандарын да, класташтарын да йәлеп итә. Улар мәсет төҙөүгә аҡса йыя, тәҙрәгә ҡорғандар, иҙәнгә келәмдәр, стенаға элергә картиналар бүләк итә.
Хәлил мәсете ауыл халҡын бершәтереүсе майҙан булып тора. Бында йома намаҙҙары, ураҙа, ҡорбан ғәйеттәре, дини дәрестәр үтә. Ҡатын-ҡыҙҙар мәсет янғандан һуң дәрестәрҙе ваҡытлыса китапханала уҙғарып тора. Хәҙер уҡыу, дини байрамда ойоштроу өсөн тулы шарттар бар, ти улар.
Хәлил республиканың иң ҙур һәм матур ауылдарының береһе. Урында берҙәм, әүҙем, йүнсел халыҡ йәшәй. Иң ҡалҡыу урында ултырған иман йорто иһә ауылға иман нуры таратып, халыҡты изге эштәргә, яңы үрҙәргә әйҙәп торасаҡ.
Рәмзиә Кәримова



